Әбйәлилдәр Республика көнөн милли кейемдәр парады менән башланы.
Рәткә теҙелеп үткән сағыу кейемдәге төрлө йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ байрамға биҙәк өҫтәп кенә ҡалманы, ә күңелдәрҙә халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренә ҡарата һөйөүҙе, ғорурлыҡты тағы ла арттырҙы.
Бында шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләне, йыр-моң өҙөлмәне, йәштәр флешмобта ҡатнашты, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары эшләне, төрлө спорт саралары ойошторолдо.
Районда умартасылыҡ буйынса алдынғылыҡты бирмәгән шәхси эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова ла быйылғы балын һатыуға алып сыҡҡан. “Йәрминкә шәп бара, сифатлы балды һораусылар күп”, – тине ул, байрам шатлығын уртаҡлашып.
Кис Үҙәк майҙанда Тимур Рамазанов, Рушан Биктимеров, Әлфиә Юлсурина, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Сабина Кучаева һәм башҡалар ҡатнашлығында шәп концерт башланды. Республика көнөнә арналған байрам саралары салют менән тамамланасаҡ.