Йәмғиәт
10 Октября 2019, 20:08

“Танып”ҡа ла юҡ тынғы...

Шифахананы талап байығырға уйлаған был “өс таған”.

Фото: Delbereg.ruФото: Delbereg.ru
Фото: Delbereg.ru
Шифахананы талап байығырға уйлаған был “өс таған”. Балтас егеттәре монтировкалар менән ҡоралланып, ундағы банкоматты “бушатырға” килгән.
Уғрыларҙың береһе ҡарауылсыны алдаштырып саҡырып сығара ла башына монтировка менән һуға. Аҙаҡ ҡорбандарын бәйләгәс, банкоматты ватырға тырышалар. Әммә көс ҡулланып та вата алмайҙар. Эҙҙәрен юйыу өсөн видеорегистраторҙы яндыралар, «эш» ҡоралдарын, маскировкаларын юлға ырғытып китәләр.
Суд уғрыларҙы ике йылдан ике йыл да алты айға тиклем срокка иркенән мәхрүм итте.
Читайте нас