- Көйөргәҙе районы халҡы исеменән бөтә Башҡортостан кешеләрен ҙур байрам менән ҡотлайым. 100 йыл эсендә һис шикһеҙ республикала бик күп эштәр башҡарылды, ул илдә алдынғы төбәктәр рәтенә сыҡты. Шөкөр, был уңышлы эш дауам итә. Мин артабан да туҡтамай алға барыуыбыҙға ышанам. Башлығыбыҙ әйткәндәй, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ, алға барабыҙ. Туҡтамайыҡ. Һуңғы йылда темптар артты, уны бөтәһе лә тоя. Беҙҙең районыбыҙ ҙа сәскә ата, киләсәккә ҙур өмөттәр бағап йәшәй. Бөтәһенә лә һаулыҡ, уңыштар теләйем, - тине ул.