Йәмғиәт
11 Октября 2019, 09:30

Ҙур тантана Республика көнөнә арнала

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҙур тантана бара. Бөгөн күп миллионлы Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Быйылғы байрам айырыуса әһәмиәтле, сөнки беҙ республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын да билдәләйбеҙ.

Фото: yandex.ruФото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
"Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҙур тантана бара. Бөгөн күп миллионлы Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Быйылғы байрам айырыуса әһәмиәтле, сөнки беҙ республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын да билдәләйбеҙ.


Дәүләт концерт залында кеше күп. Уларҙың барыһы ла республикабыҙҙың данлы үткәненә, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә бәйле кешеләр. Республиканың дәүләт власы органдары, Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан парламенты депутаттары, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, дин әһелдәре, ғалимдар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, артистар, журналистар...
Тантана Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары менән асылды.
Читайте нас