Йәмғиәт
10 Октября 2019, 19:17

Ғәйебеңде таныу менәнме ни...

Уға ҡарата хөкөм ҡарарының йомшаҡ булыуы мөмкин дә түгел ине.

Фото: ГТРК «Башҡортостан»Фото: ГТРК «Башҡортостан»
Фото: ГТРК «Башҡортостан»
Өфөлә ике кешене һәләк иткән енәйәтсегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Уның йомшаҡ булыуы мөмкин дә түгел ине.
Башҡортостан Юғары суды ирҙе 15 йылға иркенән мәхрүм итте. Шулай уҡ ғәйепләнеүсегә фажиғәгә тарығандарҙың туғандарына бер миллион һум күләмендә компенсация түләргә тура киләсәк.
Ғаилә драмаһы былтыр ноябрҙә баш ҡалала булды. 53 йәшлек ир көнсөллөк сәбәпле 65 йәшлек ағаһын һәм 44 йәшлек ҡатынын мылтыҡтан атып үлтерә. Енәйәтсе аҙаҡ үҙе полицияға шылтырата. Судта ул ғәйебен тулыһынса таный, әммә эш үткән инде, хатаны төҙәтеп булырлыҡ түгел.
Читайте нас