Йәмғиәт
12 Октябрь 2019, 11:33

Ҡамыр эсендә ҡурылған ит

Байрам дауам итә. Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы тәмле һәм ятыраҡ ризыҡ менән һыйлайым тиһәгеҙ, ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, ниәттәрегеҙ изге, эштәрегеҙ уң булһын!

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Байрам дауам итә. Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы тәмле һәм ятыраҡ ризыҡ менән һыйлайым тиһәгеҙ, ябай ғына рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, ниәттәрегеҙ изге, эштәрегеҙ уң булһын!
Был ризыҡ өсөн тауыҡ, һарыҡ, һыйыр йәки йылҡы ите алалар. Уны бешереп, ҙур булмаған киҫәктәргә турап, өҫтөнә борос, лимон һуты һибергә.
Шыйыҡ ҡамыр әҙерләргә кәрәк буласаҡ: онға йылы һөт йәки һыу ҡойоп туғыйбыҙ. Аҙ ғына үҫемлек майы, йомортҡа һарыһы, тоҙ өҫтәргә кәрәк. 15 минутҡа алып ҡуйып торорға ла ҡурыр алдынан ғына туғылған йомортҡаның ағын һалырға.


Ҡамыр ҡоймаҡ ҡамырынан ҡуйыраҡ булырға тейеш. Ит киҫәктәрен сәнске менән ҡамырға манып, алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡурыу фарыз. Табынға эҫе килеш лимон киҫәктәре, бешкән алма менән биҙәп бирегеҙ.
Читайте нас