Йәмғиәт
12 Октября 2019, 11:10

Бала тәмәке тартһа...

Ата-әсәгә ниндәй яза төрҙәре тәҡдим ителә?

Фото: zen.yandex.ruФото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
"Граждандарҙы тәмәке төтөнөнән һәм уны тартыу эҙемтәләренән һаҡлау" Федераль законында бәлиғ булмағандарға тәмәке тартыу тыйыла тигән пункт та бар.
Быны үтәү сиктәрендә Хөкүмәт комиссияһы үҫмерҙәрҙең тәмәке тартыуын алкоголь ҡулланыу менән тиңләргә һәм билдәләнгән тәртип боҙолған осраҡта ата-әсәне яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим итте. Закон ҡабул ителһә, баланың ата-әсәһе тәүҙә иҫкәртелә, һуңынан, хоҡуҡ боҙоу ҡабатланһа, 1500-ҙән 2000 һумғаса штраф һалына. Был норманың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 2021 йылғы яңыртылған редакцияһында нығытылыуы ихтимал.
Эске эштәр министрлығы ла ошондай яза биреү яҡлы.
Элек тә бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһы шундай закон проекты индерергә тырышҡайны, әммә был мәсьәләгә төрлө фекерҙәрҙең булыуы эште туҡтата килде.

Милли ата-әсәләр комитеты рәйесе Ирина Волынецтың был мәсьәләгә ҡағылышлы һүҙҙәрен килтереү бик урынлы булыр: "Ҡаҙнаны бындай юл менән тулыландырырға түгел, ә, ғөмүмән, проблеманың үҙен булдырмауҙың тормошсан юлын табыр кәрәк.
Мәҫәлән, спорт секцияларын, түңәрәктәрҙе, шөғөлдәрҙе түләүһеҙ итмәйенсә, күпселек ата-әсә хаҡты күтәрә алмай һәм бының һөҙөмтәһе – бала буш ваҡытын нисек үткәрергә, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөй. Дәүләт тәүҙә бала насар ғәҙәткә ылыҡмаһын өсөн төрлө сараларҙы күбәйтеү хаҡында уйларға тейеш".
Читайте нас