Нефтекама ҡалаһында кредит учреждениеһы клиенты элекке сим-картаһында мобиль банк хеҙмәтен һүндерергә онотҡан һәм аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Был – барыбыҙға ла һабаҡ!
Телефон номерын алмаштырғанда, уға бәйле банк карталарын бер ваҡытта ла һүндерергә онотмағыҙ! Юҡһа, ошондай проблема һеҙгә лә килеүе ихтимал.
Ә эш былай булған. Полицияға 47 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға банктан шылтыратып, 90 мең һум самаһы бурысы барлығын белдергәндәр. Полицияға яҙған ғаризаһында ҡатын, кредит картаһынан аҡса алманым, тип яҙған.
Эштең айышына төшөнә башлағас, шул асыҡланған: ҡатын мобиль банк хеҙмәте менән файҙаланған, 60 мең һумлыҡ кредит картаһы ла телефон номерына бәйле булған.
Бынан бер нисә ай элек ҡатын телефон номерын үҙгәрткән, әммә элекке сим-картаһына бәйле булған мобиль банкты һүндерергә онотҡан. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, телефон номерының яңы хужаһы элеккеһенең кредит картаһына идара итеү хоҡуғын алған һәм законһыҙ рәүештә уны файҙаланған. Әле тикшереү эштәре бара.