Йәмғиәт
12 Октября 2019, 10:04

Искәндәр Ғәзизов ни өсөн алма ташыған?

Барыбер хәйләһен таба ул. Емеш кәмегән һайын оҫтара бара...

Фото йырсының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.Фото йырсының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Фото йырсының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Билдәле йырсыларҙың күпселеге ҡурайҙа йәки гармунда уйнауы менән һоҡландыра. Ә бына Искәндәр Ғәзизовтың өҙҙөрөп гармун күректәре тартҡанын күптәр белмәйҙер әле.
Бәләкәй саҡта малай бындай оҫталарға көнләшеп ҡарай. Күршеләге гармунсы Тимерхан ағайға йыш инәлергә, кистәрен мунсала гармун тызҡылдатып күп ултырырға тура килә уға. Имеш, унда тиҙерәк өйрәнәһең.
Тик үҙенән күпкә оло кешенең бер ҙә генә малай менән булышып ултырғыһы килмәй. Барыбер Искәндәр хәйләһен таба. Үҙҙәренең баҡсаһынан ағайға алма ташый башлай. Емеш кәмегән һайын оҫтара бара.
Шулай итеп, Искәндәр ауылда гармунсы булып таныла.
Читайте нас