Йәмғиәт
12 Октября 2019, 12:01

Кәртә урлап байый яҙған

Әле йәй үк Стәрлетамаҡ полицияһына Белорет трактында 45 метр оҙонлоғондағы тимер кәртәне бысып урлап алып китеүҙәре тураһында хәбәр иткән булғандар...

Фото: odengah.comФото: odengah.com
Фото: odengah.com
Әле йәй үк Стәрлетамаҡ полицияһына Белорет трактында 45 метр оҙонлоғондағы тимер кәртәне бысып урлап алып китеүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Тикшереү барышында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ошо хәлгә ҡағылышы булған кешене тапҡан. Асыҡланыуынса, 23 йәшлек эшһеҙ ир кәртәгә күҙ һалып ҡуйған. Ул емеш-еләк үҫтерелгән питомникка ҡараған, арматуранан яһалған булған. Бер нисә аҙна дауамында ир уны бысып ташыған, эргәләге урманда һаҡлаған. Унан һуң кәртәне өлөшләп металл ҡабул итеү пунктына тапшыра башлаған.
Был хәл бер ай дауам иткән. Кәртә буры 22 мең һум аҡса эшләгән. Тикшереү дауам итә, ғәйепле язаһын аласаҡ.
Читайте нас