Йәмғиәт
12 Октября 2019, 15:09

"Стәрле"гә ремонт кәрәк

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына күрһәтмәләр күп.

Олег Яровиков фотолары.Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
Стәрлебаш районында 2005 йылда “Стәрле” спорт комплексы төҙөлгән. Тиҙҙән уға ремонт эшләй башлаясаҡтар.
Спорт комплексында 25 метрлыҡ дүрт юллы йөҙөү бассейны, тренажер залы, көрәш һәм самбо өсөн ике зал бар. Унда ун спорт төрө буйынса 830 бала шөғөлләнә.
Республика Башлығы Радий Хәбировҡа балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илнур Исламуратов әйтеүенсә, бинаға бөгөн капиталь ремонт кәрәк. Стена ярылған, бассейндан һыу үтә башлаған, ҡыйыҡтан да аға.
Техник тикшеренеү буйынса, был эштәрҙең уртаса хаҡы 439,8 мең тәшкил итә. Радий Хәбиров ремонт үткәреүҙең кәрәклеген билдәләне, тейешле күрһәтмә бирәсәген әйтте.
Республика Башлығы Первомайский ауылындағы ике ҡатлы бинала булды, унда фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Бында төбәк етәксеһе урындағы фельдшер менән һөйләште, хеҙмәт шарттары, дарыуҙар менән тәьмин ителеш хаҡында һораны.
Ауылға мәҙәниәт йорто кәрәк. Район власы тәүҙә уны 1968 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бинала урынлаштырырға уйлаған. Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса уйларға тәҡдим итте. Ауыл халҡы әйтеүенсә, ике ҡатлы йорттарға ремонт кәрәк. Төбәк етәксеһе был йәһәттән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына күрһәтмә бирҙе.
Читайте нас