Стәрлебашта "Башҡорт ихаталары" программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 3,8 миллион һум аҡса тотонғандар. Районға эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров комплекслы ремонт үткәрелгән йорттар подъездарын һәм ошо программаға ярашлы төҙөкләндерелгән ихаталарҙы ҡараны.
Бында планлаштырылған эштәр тамамланған, подъездар бөтөнләй башҡа төҫ алған – төҙөк һәм заманса. Күп фатирлы ете йорттоң ике ихатаһында матур балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, асфальт һалынған, эскәмйәләр ҡуйылған, яҡтылыҡ фонарҙары урынлаштырылған.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов белдереүенсә, киләһе йылда ремонтланасаҡ ихаталар буйынса шундағы йорттарҙа йәшәгән кешеләр менән йыйылыштар үткәрелгән, уларҙың теләктәре иҫәпкә алынған.
"Был – "Башҡорт ихаталары" программаһының төп талаптарының береһе. Халыҡ фекер алышыуҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш. Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән, шул йылдар эсендә беҙҙең ҡала-райондар ихаталары тәртипкә килтереләсәк", – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы Еңеү паркына ла барып килде. 2018-2019 йылдарҙа ул "Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу" программаһы буйынса төҙөкләндерелгән булған. Бында "Тыл хеҙмәткәрҙәре" һәйкәле өсөн майҙансыҡты яңыртҡандар, "Ҡайғылы әсә" һәйкәлен ремонтлағандар, яңы яҡтыртҡыстар ҡуйғандар, фонтан, яңы парк сәхнәһе, балалар өсөн хәүефһеҙ резина түшәлгән майҙансыҡ һәм "Мин Стәрлебашты яратам" тигән арт-объект эшләнгән. Уларҙың дөйөм хаҡы 4,9 миллион һум тәшкил иткән.
Парк буйлап йөрөгәндә Радий Хәбиров урындағы кешеләр менән аралашты, бергәләп ихлас фотоға төштө.