Нефтекама ҡалаһында теркәлгән аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһында 91 йәшлек пенсионер һәләк булған.
Асыҡланыуынса, күп ҡатлы йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан магазиндар янында “ГАЗ” йөк автомобиле водителе артҡа биргән саҡта пенсионерҙың өҫтөнә барып менә. 23 йәшлек йәш кеше иғтибарлы булмаған, күрәһең.
Һөҙөмтәлә пенсионерҙы дауаханаға төрлө тән йәрәхәттәре менән оҙаталар, әммә бер нисә сәғәттән ул вафат була...
Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!