Йәмғиәт
12 Октября 2019, 10:41

"Умарталарҙы Бөрйән биләмәһенә ултыртҡайныҡ, йүкә балы шәп булды"

Бөгөн Сибай ҡалаһында көҙгө йәрминкә үтә. Иртәнән алып ҡаланың Үҙәк майҙанында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән эшҡыуарҙар үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Бөгөн Сибай ҡалаһында көҙгө йәрминкә үтә. Иртәнән алып ҡаланың Үҙәк майҙанында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән эшҡыуарҙар үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.
Шулай уҡ шәхси хужалыҡта йәшәүселәр үҙҙәре етештергән ит, һөт ризыҡтарын һатыуға сығарҙы. Йәрминкәлә йәшелсә, емеш ағастары үҫентеләрен, төрлө сәскәләрҙе тәҡдим итеүселәр, үҙ баҡсаһында үҫкән күҙҙең яуын алыр, ут ҡыҙыл балан, миләш тәлгәштәрен дә, гөлйемеште, энәлекте осратырға мөмкин ине.
Шифалы һәм татлы милли ризығыбыҙҙың ниндәйе генә юҡ: ҡарабойҙай, көнбағыш, йүкә, сәскә балдары күпләп үтте. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан умартасылар династияһын дауам итеүселәрҙең береһе Руслан Сәлмәнов шатлығы менән ихлас уртаҡлашты.
"Быйыл умарталарҙы Бөрйән биләмәһенә ултыртҡайныҡ, йүкә балы шәп булды. Бал етерлек, иң мөһиме – сифатлы һәм шифалы", – тине ул.
Күгәрсен умартасыһы балдың өс литрын 2 мең һум менән һатты.
Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан Хәйҙәр Ишҡыуатов үҙе үҫтергән тана итен һатырға алып сыҡҡан. Силәбе өлкәһенең Агаповка ауылында үҫкән һуғанды ла халыҡ яратып алды.
Йыл һайын көҙгө йәрминкәләрҙә ҡала халҡы ҡышҡылыҡҡа етәрлек ризыҡ туплаһа, ауылдыҡылар үҙҙәре етештергән ит, һөт һәм башҡа продукцияларын һатып ҡыуана. Ике яҡ өсөн дә отошло, файҙалы йәрминкәләр ай аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас