Йәмғиәт
11 Октября 2019, 20:08

Йәл бабайҙы...

Малаяҙҙа 86 йәшлек бабай байрам йәрминкәһенә бик дәртле, күтәренке кәйеф менән килә. Таныштары менән ихлас аралаша, һатыусыларҙы шаярта. Тик ҡапыл уға ҡыйын булып китә...

Республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Йәрминкәгә тип килгән бабай вафат булды...


Хәл Салауат районының Малаяҙ ауылында була. Кешеләр һөйләүенсә, 86 йәшлек бабай бик дәртле, күтәренке кәйеф менән килә. Ул таныштары менән ихлас аралаша, һатыусыларҙы шаярта.


Бер ҙур ғына кәбеҫтә һайлап алып, уны күтәрәм тигәндә, ҡапыл бабайға ҡыйын булып китә һәм ул йығыла башлай. Һатыусы уны шунда уҡ тотоп ҡала, яҡында ғына булған табип йүгереп килеп ярҙам итеп ҡарай. Тик бабай шунда йән бирә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда йөрәк өйәнәге булған.


Йәл бабайҙы...
Читайте нас