Йәмғиәт
12 Октябрь 2019, 10:31

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә

Ул 2004 йылда 17 йәшлек ҡыҙҙы, бурысын таптырып, үлтергәнсе туҡмай...

Фото: lenta.ruФото: lenta.ru
Фото: lenta.ru
Өфөлә 46 йәшлек ирҙе 15 йыл элек ҡылған енәйәте өсөн тотҡандар.
Ул 2004 йылда 17 йәшлек ҡыҙҙы, бурысын таптырып, ныҡ итеп туҡмай. Һөҙөмтәлә ҡаза күреүсе йән бирә. Уның һөлдәһен ир сүп контейнерҙарына йәшерә. Ул ваҡытта енәйәтсенең кемлеген асыҡлай алмайҙар.
Әле килеп, кеше үлтереүсе наркотик ташығанда тотола, һәм уны тикшерәләр. Баҡтиһәң, теге ҡыҙҙа уның биологик эҙҙәре ҡалған булған. Тәфтишселәр шуның буйынса асыҡлай ҙа инде.
Ир ҡылған енәйәттәрен тулыһынса таный. Эш судта ҡараласаҡ. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.
Читайте нас