Һуңғы ваҡытта гәзиттең сайтында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Салауатовтың тормошонан мәҙәк хәлдәр донъя күреп тора.
Ул үҙе һөйләгән ваҡиғаларҙы "Башҡортостан"ға килеп уҡырға ла өлгөрә. "Юнир ағай, өйҙә уҡып булмаймы һуң?" – тип һорағас, "Өйҙә компьютер эшләмәй", – тип яуабын таба.
Беҙ ни, оло кеше килгәс, юҡ ваҡытыбыҙҙы бар итеп мәҡәләләрҙе сайттан табып бирәбеҙ. Ул күҙлеген кейеп уҡып сыға ла: "Һеңлем, шунса кеше уҡығанмы? Ҡалай һәйбәт булған! Фекеремде еткерә алғанһығыҙ. Ярай, тағы ла берәй нәмә иҫкә төшһә, инеп сығырмын", – тип ҡыуанып ҡайтып китә.
Бер мәл, оҙаҡ ҡына юғалып торғандан һуң, Юнир ағай ҡабаланып килеп инде. "Һеңлем, мин һөйләгәндәрҙе яҙҙыңмы? Тиҙ генә күрһәт әле! Ваҡытым юҡ! Ҡатыныма аҡса түләп килдем", – тип түҙҙермәй. Баҡтиһәң, Юнир ағай автомобилде үҙе түгел, ә ҡатыны йөрөтә, шуға ла ҡайһы саҡта үҙ йомоштары буйынса хәләлен яллай икән. Шуға был юлы ҡатыны аҫта көтөп ултырғанға ҡабаланған.
Юнир Салауатовтың "ҡатынын яллап йөрөүе” ысынмы-юҡмы икәнен белмәйем, тик был юлы ла беҙ уға ышанып ултырып ҡалдыҡ.