Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2019, 21:09

Ҡайҙа ҡыҙҙар аҡса ярата?

Рәсәйҙең 28 ҡалаһында кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар араһында “Ниндәй ир-атты һайлар инегеҙ?” тигән һорау алыу үткәргәндәр. Был исемлектә Өфө лә бар. Беҙҙең ҡыҙҙар өсөн нимә мөһим?

Фото: avatars.mds.yandex.net
Фото: avatars.mds.yandex.net
Рәсәйҙең 28 ҡалаһында кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар араһында “Ниндәй ир-атты һайлар инегеҙ?” тигән һорау алыу үткәргәндәр. Был исемлектә Өфө лә бар.


Ҡатнашҡан 3360 гүзәл заттың күпселеге мөхәббәтте һайлаған, икенсе урында – тоғролоҡ, өсөнсөлә – кейәүҙең кеҫә яғы ҡалынлығы. Дүрт-биш процент ҡатын-ҡыҙ ирҙең төҫ башына, белеменә, социаль статусына иғтибар итә икән.


“Аҡсалы ир кәрәк” тигәндәрҙең күпселеге – Саранск, Мәскәү, Краснодар ҡыҙҙары. Өфө иһә был йәһәттән 14-се урында. Ә бына Томск, Пенза, Түбәнге Новгород ҡыҙҙарына аҡса мөһим түгел икән.
Читайте нас