Йәмғиәт
13 Октября 2019, 12:47

Бай асарбаҡтың аҡсаһы кемгә эләгер?

Ул оҙаҡ йылдар хәйер һорау иҫәбенә йәшәгән, шуға ла үҙен күптәр белгән, ярҙам итергә тырышҡан.

Фото: fishki.netФото: fishki.net
Фото: fishki.net
Тормошта ҡыҙыҡ хәлдәр булып тора. Бер-беребеҙҙең кем икәнен дә белмәйбеҙ ҡайсаҡта. Был кеше лә эстән ниҙәр уйлап йәшәне икән?
Һиндостандың Мумбай ҡалаһында поезд аҫтында ҡалып, Бидичанд Панамарам Азад тигән кеше һәләк булған. Полиция был эште тикшерә башлаған.
Шаһиттарҙан һораштырып, хоҡуҡ һаҡсылары үлгән ирҙең асарбаҡ булыуын асыҡлай. Ул оҙаҡ йылдар хәйер һорау иҫәбенә йәшәгән, шуға ла үҙен күптәр белгән, ярҙам итергә тырышҡан: кемдер аҡса бирһә, икенселәр тамағын ҡайғыртҡан.


Асыҡланыуынса, ир ярлы булмаған икән. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның йортона килгәс, ҡапсыҡтарға иғтибар иткән. Тоҡтарҙа ваҡ тимер аҡсаларҙы күреп, шаҡ ҡатҡандар.
Табылдыҡты полицейскийҙар һигеҙ сәғәт буйына һанай. Һөҙөмтәлә теге бисараның бөтөнләй ярлы булмауы асыҡлана: тоҡтарҙа “асарбаҡ” 1,7 миллион рупия һаҡлаған, был яҡынса 24 мең доллар тәшкил итә.
Был тиклем аҡса йыйып та, ниңә уны үҙ мәнфәғәтендә ҡулланмаған икән? Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бисара ирҙең туғандарын эҙләй – аҡсаларҙы тапшырыу өсөн.
Читайте нас