Кисә республика юлдарында теркәлгән өс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. Һәләкәттәрҙең бөтәһе лә ҡараңғы ваҡытта була.
Өфө районының Курасков-Николаевка автоюлының 2-се километрында 44 йәшлек водитель "Лифан Икс50" автомобилендә ике кешене тапата. Улар 21 һәм 25 йәшлек егеттәр булып сыға. Йәйәүлеләр юл ситенән китеп бара, кейемдәрендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар ҙа юҡ ине, ти водитель. Һөҙөмтәлә егеттәр ваҡиға урынында йән бирә.
Икенсе үлемесле авария ла төндә Өфөлә була. Әхмәтов урамында 43 йәшлек ир "ВАЗ-2109" автомобилендә билдәһеҙ бер ирҙе тапата. Уның шәхесе әле һаман асыҡланмаған, йөҙгә уға 40-45 йәштәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да ваҡиға урынында йән бирә.
Стәрлетамаҡта булған төнгө авария 34 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙә. Ул "ВАЗ-2112" автомобилендә хәрәкәт иткән саҡта юлда шыуып китә һәм ағасҡа барып бәрелә. Ул табиптар килгәнсе йән бирә.
Әлдә Өфөләге маршрут автобусы менән булған ҙур авария ҡорбандарһыҙ үтте...