Йәмғиәт
13 Октября 2019, 09:47

Береһе Өфө егете булған

Стюардтар ниңә вафат?

Фото: kpcdn.netФото: kpcdn.net
Фото: kpcdn.net
Мәскәү эргәһендәге Химки ҡалаһында, ҡуртымға алынған фатирҙа ике егеттең кәүҙәһе табылған.
Улар Рәсәй авиалинияларының береһенең стюардтары булып сыҡҡан. Икеһенең береһе – Башҡортостандан, 29 йәшлек. Икенсеһенә 27 йәш булған. Табылғанға тиклем улар 12 сәғәт самаһы үле килеш фатирҙа ятҡан.
Әле кәүҙәләр Мәскәүҙә, судмедэксперттар тикшереүендә, үлем сәбәбе асыҡлана. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Өфө егете күптән Мәскәүҙә йәшәгән. Ул сәйәхәт итергә яратҡан, бортпроводник эшен сит илдәрҙе гиҙеү менән аралаштырған.
Читайте нас