Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2019, 00:40

Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө

58 йәшлек ир "Дэу Нексия" автомобилендә ҙур тиҙлек менән бетон электр бағанаһына килеп бәрелә...

Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял һәм байрам көндәрендә юл-транспорт ваҡиғалары һәм уларҙа һәләк булғандар һаны арта. Был кешеләрҙең күберәк йөрөүе менән бәйлеме, әллә ял көндәрендә эсеп рулгә ултырғандар артамы, билдәһеҙ...


Шулай байрам көнөндә лә республика юлдарында дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Кисә теркәлгән 12 аварияла шулай уҡ ун кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. 2700 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланған, 60 иҫерек водитель тотолған.
Үлемесле аварияларҙың береһе иртән иртүк Октябрьский ҡалаһында була. Кооператив урамында 58 йәшлек ир "Дэу Нексия" автомобилендә ҙур тиҙлек менән бетон электр бағанаһына килеп бәрелә. Ул шунда уҡ йән бирә.
Юлдарҙа ял юҡ. Хәүефһеҙлек тураһында бер минутҡа ла оноторға ярамай. Ҡайҙа ғына юлланһаҡ та, өйҙәребеҙгә һәр ваҡыт иҫән-имен ҡайтып етәйек!
Читайте нас