Йәмғиәт
13 Октября 2019, 06:49

“Деньги есть – Чишма гуляем...”

Көҙ баҡса бурҙары баш ҡалҡыта: һаҡ булайыҡ.

Фото: yarreg.ruФото: yarreg.ru
Фото: yarreg.ru
Шишмә районы полицейскийҙары кеше мөлкәтен урлауҙа шик аҫтына алынған кешене тотҡан. Был енәйәт урынына үҙ автомобилендә барған, тип күҙаллана.
Һүҙ баҡса участкаларынан һәм шәхси йорттарҙан шәхси мөлкәтте урлау хаҡында бара. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына баш ҡаланың дүрт кешеһе мөрәжәғәт итеп, әйберҙәре юғалыуын хәбәр иткән. Улар араһында тимерҙән яһалған әйберҙәр, эре көнкүреш һәм баҡса техникаһы бар. Зыяндың дөйөм суммаһы 100 мең һумдан ашыуыраҡ тип иҫәпләнә.
Уғрының эҙенә төшөргә бер шаһит ярҙам иткән, ул – зыян күреүсе берәүҙең күршеһе. Иғтибарлы кеше машинаның номерын яҙып алған, полицияға хәбәр иткән. Ошонан һуң уғрыны асыҡлағандар. Ул 28 йәшлек ир булып сыҡҡан. Быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған. Әле баҡса бурына ҡаршы тағы енәйәт эше асылған, урланған мөлкәттең бер өлөшө ҡайтарылған.
Читайте нас