Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2019, 10:50

Гранат салаты

Ял көндәрендә, һис һүҙһеҙ, һәр хужабикә яҡындарын иң тәмле ризыҡтар менән һыйларға тырыша. Был изге ниәткә беҙҙең дә үҙ өлөшөбөҙҙө индерге килә: ошондай гранат салатын эшләп ҡарағыҙ әле. Үҙе матур, үҙе файҙалы, туҡлыҡлы, үҙенсәлекле... Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: 2018-2018.ru сайтынан.

Гранат салатын әҙерләү өсөн тәрилкәнең иң төбөнә бешкән һыйыр итен киҫәктәргә бүлгеләп һалып сығабыҙ. Өҫтөнә туралған һуған йәйәһең. Уны майҙа ҡыҙҙырып алырға ла була. Икенсе ҡатына шаҡмаҡлап туралған картуф, өсөнсөһөнә – йомортҡа ағы, дүртенсеһенә – ҡырғыстан үткәрелгән бешкән сөгөлдөр (уға бер аҙ грек сәтләүеге өҫтәргә мөмкин). Һәр ҡат араһына майонез һалаһың.
Иң өҫкә ваҡланған йомортҡа ағын һибәбеҙ. Күпереп кенә ятҡан был ҡат өҫтөнә берәмләп гранат емештәрен теҙеп сығабыҙ.
Читайте нас: