Йәмғиәт
13 Октября 2019, 16:49

Радик Юлъяҡшин ниңә шулай популяр?

Ул үҙе “Киске Саллы” гәзитенә биргән интервьюһында бының сере менән уртаҡлашҡан.

Фото: kpcdn.netФото: kpcdn.net
Фото: kpcdn.net
Башҡорт “Джастин биберы” “Киске Саллы” гәзитенә биргән интервьюһында бының сере менән уртаҡлашҡан.
Әйтеүенсә, тәүҙә ул фәҡәт гүзәл заттың иғтибарын яулаған. Әммә икенсе альбомын әҙерләгәндә егеттәр ҙә яратып тыңларлыҡ йырҙар өҫтәгән.
“Киләһе альбомды сығарҙым – аудиториямда ир-ат та барлыҡҡа килде. Унан инде мәғәнәле, хис-тойғоло, тормошсан йырҙарға иғтибарымды йүнәлттем. Был олораҡ аудиторияны ылыҡтырҙы. Һөҙөмтәлә минең концерттарға ғаилә менән дә киләләр һәм һәр кем үҙенә оҡшаған йырҙы таба. Был бик шәп”, – ти билдәле милләттәшебеҙ.
Ысынлап та, Радик Юлъяҡшин ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, ул меңәрләгән кешеләрҙе йыя, барыһы ла ижадынан ҡәнәғәт. Белеүебеҙсә, ул – башҡорт-татар эстрадаһында тәүге булып һигеҙ меңдән ашыу кешене һыйҙырған “Өфө-Арена”ла концерт ҡуйған ижадсы.
Читайте нас