Йәмғиәт
13 Октября 2019, 14:10

Водитель таныҡлығы алыуҙа үҙгәрештәр

Әлегә тиклем барыһы ла бер инструкторҙың һөҙөмтә сығарыуынан тора ине. Әйтеүҙәренсә, шул сәбәпле был тармаҡта ришәүәтселек сәскә атты ла инде.

Фото: ceur.ruФото: ceur.ru
Фото: ceur.ru
Был йәһәттән яңы үҙгәрештәр тәҡдим ителгән закон проекты Хөкүмәт ҡарамағына тапшырылған. Ул имтихан һөҙөмтәләрен яңынан ҡарауға бәйле.
Документта һынау барышының видеояҙмаһы булыуы, уның бер ай һаҡланыуы тәҡдим ителә. Әгәр ҙә курсант инструкторҙың ғәмәлдәре менән килешмәһә, дәғүә белдереп ғариза яҙа аласаҡ. Махсус комиссия имтихан дөрөҫ тапшырылған тип тапһа, испекторҙың ҡарары кире ҡағыласаҡ һәм курсантҡа водитель таныҡлығы биреләсәк.
Әлегә тиклем барыһы ла бер инструкторҙың һөҙөмтә сығарыуынан тора ине. Әйтеүҙәренсә, шул сәбәпле был тармаҡта ришәүәтселек сәскә атты ла инде.
Читайте нас