Йәмғиәт
14 Октября 2019, 15:29

Айыҡлыҡҡа ынтылыштың нигеҙе ниҙә?

Германияның ZDF телеканалы хеҙмәткәрҙәренең Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тураһында репортаж әҙерләүе тураһында яҙғайныҡ инде.

Фотолар: “Урал” гәзите.Фотолар: “Урал” гәзите.
Фотолар: “Урал” гәзите.
Германияның ZDF телеканалы хеҙмәткәрҙәренең Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тураһында репортаж әҙерләүе тураһында яҙғайныҡ инде.
Ижади төркөм урындағы халыҡ менән осрашып, уларҙағы айыҡлыҡҡа ынтылыш нигеҙҙәренә төшөндө, алкоголь һатыуҙан баш тартҡан йүнселдәрҙең эшмәкәрлеген өйрәнде, фекерҙәрен белеште.
Ҡоҙғон-Әхмәрҙә айыҡ тормош алып барған, спорт яратҡан халыҡ йәшәй. Балалар "Күңелле старт"та ярышты, ололар шахмат, шашка буйынса турнир үткәрҙе.
Байрамда шашка буйынса донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Айнур Шәйбәков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев та ҡатнашты.

Ҡунаҡтар ат сабышын ҡараны. Бәйгегә күрше Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы райондарынан да килгәйнеләр.
Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы халҡы скандинав йөрөшө менән мауыға. Был, әлбиттә, башлыса өлкән быуын кешеләренең шөғөлө. Улар район-ара йыйында ҡунаҡтар алдында үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Илгиз Теләүбаев әйтеүенсә, "Айыҡ ауыл" конкурсында райондан алты ауыл ҡатнаша, һәр береһе эскелеккә ҡаршы ошондай күркәм саралар әҙерләй.
Читайте нас