Йәмғиәт
14 Октября 2019, 14:06

Балалар майҙансыҡтары заманса булырға тейеш

Илдар Шафиҡов төҙөк булмаған балалар уйын ҡоролмаһын йәки ҡаты сылбырлы бәүелсәктәр асыҡланған осраҡта республикала йәшәүселәргә мөрәжәғәт итеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонын хәбәр итте: 8-937-845-28-42.

Gazeta-yaroslavsky.ruGazeta-yaroslavsky.ru
Gazeta-yaroslavsky.ru
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаты сылбырлы бәүелсәктәр мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә ҡушты. Ә был бурыс бер йыл элек ҡуйылғайны. Ошо хаҡта төбәк етәксеһе бөгөн Хөкүмәттә үткәрелгән кәңәшмәлә әйтте.
– Кемдер әллә күпме кеше ниңәлер балалар бәүелсәктәре менән шөғөлләнә, тип уйлар, – тине Радий Хәбиров. – Был балалар хәүефһеҙлеге өсөн бик мөһим, тип билдәләгем килә. Ошо рәүешле, әллә күпме балалар яҙмыштарын ҡотҡарҙыҡ тип ышанам, сөнки ҡаты сылбырлы бәүелсәктәр, ысынлап та, хәүефле. Республикала киләсәктә лә шулай эшләйәсәкбеҙ: бар килешелгәндәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәргә тейешбеҙ. Балалар майҙансыҡтарының заманса стандарттарын индерәбеҙ һәм варвар бәүелсәктәрҙең барлығы хаҡында онотабыҙ. Яңыраҡ Стәрлебаш районында булдым. Ундағы балалар майҙансыҡтарының йомшаҡ, хәүефһеҙ ҡоролмалар менән йыһазландырылыуы һәйбәт.
Дәүләт торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илдар Шафиҡов Башҡортостан Башлығы ҡуйған бурыстың үтәлеше хаҡында һөйләне:
– Бер йыл элек республикалағы балалар уйын майҙансыҡтарында 2648 ҡаты аҫылма элемент менән 5132 бәүелсәк бар ине. Әле уларҙың барыһы тиерлек һүтеп үҙгәртелде. Әле 19 ҡаты аҫылмалы бәүелсәк ҡалды. Уларҙың алтауһы – Яңауылда, дүртәүһе – Ейәнсурала, Иглин һәм Краснокама райондарында – икешәр һәм бишәүһе – Өфөлә.
Илдар Шафиҡов төҙөк булмаған балалар уйын ҡоролмаһын йәки ҡаты сылбырлы бәүелсәктәр асыҡланған осраҡта республикала йәшәүселәргә мөрәжәғәт итеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонын хәбәр итте: 8-937-845-28-42.
Читайте нас