Бер түгел, 30 кешене бинанан эвакуациялағандар. Был хәл Өфөнөң З. Вәлиди урамындағы 32-се йортта булған.
Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына килгәс, авария режимын иғлан иткән. Баҡтиһәң, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында электр үткәргестең иреүе һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан.
Утты һүндереү өсөн 15 кеше, дүрт берәмек техника йәлеп ителгән.
Ярай әле, янғында кешеләр һәләк булмаған. Ут, электр менән һаҡ булайыҡ.