Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Благовещенскиҙағы "ПОЛИЭФ" предприятиеһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһе ҡаралды.
– "ПОЛИЭФ" етәкселеге менән предприятиелағы хәлдең сәбәбен анализлау мөһим тигән берҙәм фекергә килдек. Әле уның эҙемтәләрен бөтөрөү мөһим. Тикшереүсе органдар зыян күләмен билдәләй, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Был хәл 9 октябрҙә булды. Предприятиеның сәнәғәт һыуҙары һауытының емерелеүе тураһында сигнал килеү менән барлыҡ авария хеҙмәттәре эҙемтәне бөтөрөүгә тотондо. "Иң мөһиме – кешеләр зыян күрмәне һәм бер кем дә йәрәхәтләнмәне. Бысраныу зонаһына тораҡ пункттар эләкмәне, аҡҡан һыуҙарҙы ваҡытында туҡтатып, уларҙың һыу ятҡылыҡтарына һәм һыу менән тәьмин итеү системаһына эләгеүенә юл ҡуйылманы. Ғәҙәттән тыш хәлдең тәүге минутынан уҡ өс мобиль лаборатория ярҙамында һыу ятҡылыҡтарындағы һыу сифаты тикшерелде", – тине сығышында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.
Ул бындай инциденттарға юл ҡуймаҫ өсөн республикалағы бөтә хәүефле производстволарға, шулай уҡ технология ҡорамалдарының һәм төҙөлөш конструкцияһының таушалыу кимәлен асыҡлау буйынса өҫтәмә күҙәтеүҙе тәьмин итеү кәрәк тип билдәләне.
– Был авария тарихын тамамларға кәрәк, башҡаса ҡабатланмаҫ, тип ышанам. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте, муниципалитеттар, айырыуса Өфө ҡалаһы етәкселәренә рәхмәт белдерәм. Улар, кемдең биләмәһе тип ҡарап тормайынса, Благовещенск районына ярҙамға сыҡты. Нәҡ ошо миҫал ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә берҙәм эшләүебеҙҙе сағылдырҙы, – тине Радий Хәбиров.