Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы булдырылыуға 30 йыл тулыу уңайынан “Башҡортостан” нәшриәт йорто, Ш. Хоҙайбирҙиндең йорт-музейы һәм Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан “Быуаттар сигендә Башҡортостан журналистикаһы” йыйынтығы баҫылды.
Унда шәхестең тормош юлы, эшмәкәрлеге даталары, Башҡортостан журналистикаһы тураһында мәҡәләләр, айырым лауреаттар хаҡында һүрәтләмәләр бирелгән. Б. Аяган Рәсәй төбәктәрендә милли матбуғаттың барлыҡҡа килеүе тураһында яҙһа, Р. Буканова Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе хаҡында мәғлүмәт бирә. Йыйынтыҡҡа шулай уҡ милли матбуғаттағы заман журналистикаһы, һуңғы йылдарҙағы ижади эшмәкәрлек һүрәтләнгән.