Ике йомортҡаны бер стакан шәкәр менән туғыйһың. Шәкәрен күберәк һалһаң да була, тышы кетерләп кенә бешә. Ярты балғалаҡ соданы аш һеркәһендә һүндереп өҫтәргә.
Бер ҡап эремсек, самалап он өҫтәп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ондо үтә күп ҡушырға ярамай, ҡамыр тығыҙ булмаһын. Ҡулға йәбешмәһә еткән.
Аҙаҡ шул ҡамырҙан бәләкәй генә тупсыҡтар эшләргә. Ҡулға йәбешә башлаһа, усығыҙҙы онлап алырға кәрәк.
Ҡаҙанда көнбағыш майын ҡыҙҙырырға ла бауырһаҡ бешергән һымаҡ әҙләп һалып бешерергә. Тигеҙ бешһен өсөн болғап торабыҙ. Тупсыҡтар ярылмаһын өсөн утты саҡ ҡына яйлатырға кәрәк.
Тиҙ арала тәмле тәмлекәс әҙер.