Ҡыҙ жюри ағзаларын үҙенең ғаиләһе һәм ағаларынан нисек тәрбиәләнгәне хаҡында һөйләп таң ҡалдырған.
“Рәсәйҙең мисс һәм мистер студенты” тип аталған бәйге Сыуашстанда үткәрелгән. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында матур итеп таныштырырға, ГТО-ны тапшырғанда көс-таһыллығын күрһәтергә, шул уҡ ваҡытта ижади яҡтан һәләттәрен дә асырға тейеш булған. Бынан тыш, сара сиктәрендә “Беҙ – Рәсәй”илһөйәрлек акцияһы үткәрелгән.
Башҡортостан ҡыҙы Земфира Байдәүләтова “Рәсәй студенттарының вице-мисс” титулына лайыҡ булған. Өҫтәүенә, Земфираның презентацияһы ла иң яҡшыһы тип танылған.
Ҡыҙ – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының III курс студенты. Буласаҡ IT уҡытыусыһы “Һылыуҡай”, “Мисс Азия”, “Мисс Рәсәй” бәйгеләрендә лә еңеп сыҡҡан. Ул күп балалы ғаиләнән. Уның алты ағаһы һәм бер апаһы бар.