Игеҙәктәргә берәү ҙә иғтибар итмәй ҡалмайҙыр, моғайын. Уларҙы дуҫтары нисек айыра икән? Бер төрлө кейеме икеһенә лә оҡшаймы? Бигерәк тә улар сәхнә кешеһе булһа!
Был йәһәттән эстрада йондоҙҙары Айҙар һәм Алмас Юнысовтар бына нимә ти.
"Концерт костюмдарын һайлағанда зауыҡ бөтөнләй тура килмәй, – ти Алмас. – Йыш ҡына алтын урталыҡ табырға тура килә. Ҡайһы саҡта кем үҙен нығыраҡ яҡлай, уныҡын һайлайбыҙ".
"Ул бит кәйефкә лә ҡарай, – ти Айҙар. – Ҡайһы саҡ икебеҙгә бер үк төҫлө кейем эҙләп хәлдән таябыҙ, сөнки бер үк размерҙағы икебеҙҙең дә күңеленә хуш килгән кейемде табыу бик ауыр. Яйы нисек сыға инде".