Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 23:31

Ул хәҙер Рәсәй гражданы түгел

Октябрьский ҡалаһында Үзбәкстан кешеһе ялған диплом ярҙамында еңел юл менән...

Фото: pixabay.com
Фото: pixabay.com
Октябрьский ҡалаһында Үзбәкстан кешеһе ялған диплом ярҙамында еңел юл менән Рәсәй гражданлығы алған.
Ул урта һөнәри белем алыуы тураһында Стәрлетамаҡ колледжы дипломын күрһәткән. Тикшереү барышында шул асыҡланған: баҡтиһәң, документ ялған, ул был уҡыу йортонда уҡымаған. Шулай алдаҡ юл менән анһат ҡына рәсәйле булырға уйлаған. Һөҙөмтәлә уның Рәсәй гражданлығын ғәмәлдән сығаралар.
Күҙәтеү ведомствоһында әйтеүҙәренсә, материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тикшереүгә ебәрелгән.
Читайте нас