Йәмғиәт
14 Октября 2019, 13:15

Ҡыҙҙарҙы бөгөн дә урлайҙар!

Улай ғына түгел, баҡтиһәң, ҡыҙ урлау ҙа һаман осрай икән. “Был ҡырағайлыҡ бит!” тип ҡысҡырырға ашыҡмай тороғоҙ.

oren.mk.ruoren.mk.ru
oren.mk.ru
Элек әрһеҙерәк егеттәр дискотекаға ҡыҙ күҙләргә бара торғайны, үҙ сиратында, йәштәрҙең күбеһе шунда бер-береһе менән танышып, сәстәрен сәскә бәйләне. Хәҙер иһә икенсерәк заман килде, димселәр клубы эшләй, танышыу кисәләре ойошторола, баҙнатһыҙҙар интернетта ултырып ҡына кәләш һайлай.
Улай ғына түгел, баҡтиһәң, ҡыҙ урлау ҙа һаман осрай икән. “Был ҡырағайлыҡ бит!” тип ҡысҡырырға ашыҡмай тороғоҙ.
Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районында теркәлгән был ғибрәтле хәл. “Әйҙә, миңә кейәүгә сыҡ!” – тип егеттең инәлеүенә ҡарамаҫтан, һылыуҡай һуңғы һүҙен һаман да әйтмәгән. Күрәһең, Ерболаттың түҙемлеге өҙөлгәндер, берҙән-бер көндө Наҙгөлдө автомобилендә урлап өйөнә алып ҡасҡан...
Әле ҡаҙаҡ-башҡорт ғаиләһендә ике бала үҫә.
Читайте нас