Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 20:19

Апайың булыуы ҡалай һәйбәт!

Матур ғына уйнап йөрөгән ерҙән Таңсулпан апаһына үпкәләне лә ҡуйҙы. – Мин һинең менән уйнамайым, вәт! – тине ул турһайып. Унан:– Һин насар ҡыҙыҡай, – тип тә өҫтәне лә ауыҙын бәлшәйтте.

Фото: goodfon.ru
Фото: goodfon.ru
Матур ғына уйнап йөрөгән ерҙән Таңсулпан апаһына үпкәләне лә ҡуйҙы.


– Мин һинең менән уйнамайым, вәт! – тине ул турһайып. Унан:
– Һин насар ҡыҙыҡай, – тип тә өҫтәне лә ауыҙын бәлшәйтте.


Һеңлеһенең һүҙҙәренә кәйефе ҡырылһа ла, Алтынай ҡаршы өндәшмәне. Әсәһенең гелән генә: “Матур йөрөгөҙ, әрләшмәгеҙ, талашҡан кеше йәмһеҙ була”, – тигәне иҫенә төштө. Ә уның һис тә насар булғыһы килмәй. Юҡҡа-барға берҙән-бер һылыуы менән ирешеп йөрөмәҫ инде. Ул бит апай. Хәҙер ҙур кеше. Күрше-тирә лә, ҡалай аҡыллы, матур ҡыҙыҡай, тип үҙен маҡтап тора. Ә туғаны әлегә бәләкәйерәк шул.
Таңсулпан өй мөйөшөндә торған велосипедҡа атланды ла выжлатып урамға сығып китте. Тик оҙаҡ йөрөй алманы, юлда ятҡан ҙур ташҡа барып һөрлөктө лә тәкмәсләп барып төштө. Ҡыҙыҡай урам яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе:
¬– Әлеү-әлеү, апай!
Алтынай тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе. Ул ерҙә борһаланып ятҡан һеңлен күтәреп торғоҙҙо.

– Ии туғанымды, ҡайһы ерең ауыртты? – тип өҫтөн ҡаҡҡыланы. – Хәҙер бөтә, хәҙер бөтә, – тип аяғының һыҙырылған урынын өф-өф итте.
Янында иркәләп торған кеше булғас ни, Таңсулпан тиҙ тынысланды. Апайың булыу ҡалай һәйбәт!
Читайте нас