Йәмғиәт
14 Октября 2019, 19:57

“Атайымдың рухы шат булғандыр"

Әбйәлил районының Үтәгән ауылында Ғәбделкәбир Йәһүҙинға таҡтаташ асылды.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Әбйәлил районының Үтәгән ауылында Ғәбделкәбир Йәһүҙинға таҡтаташ асылды.
Ваҡытында нахаҡҡа ғәйепләнеп, алыҫ Себер тарафтарына ебәрелгән Ғәбделкәбир Йәһүҙә улы Башҡортостанды төҙөгән мәлдә башҡорт ғәскәренең полк муллаһы була. Ауылдаштары уны указлы мулла ғына түгел, ә төбәктә киң билдәле халыҡ табибы булараҡ та яҡшы белә. Ул бер ваҡытта ла диненә хыянат итмәй. Ҡатыны менән туғыҙ балаға ғүмер биреп, барыһын да иманлы, тәртипле итеп үҫтерәләр.
Әбйәлилдең билдәле шәхесенә таҡтаташ асыу тантанаһында Ғәбделкәбир Йәһүҙиндың ҡыҙы Фатима Һибәтова ла ҡатнашты. Уны райондаштары оҫта йырсы, мөнәжәтсе, шиғыр яҙыусы булараҡ яҡшы белә. Атаһының һәләттәре ҡыҙына ла күскән: Фатима инәй – тирә-яҡта билдәле имсе, һылау, имләү буйынса күптәр уға мөрәжәғәт итә, ҡот ҡоя. Шиғриәтте үҙ иткән ханымдың үҙнәшер юлы менән бер нисә йыйынтығы ла донъя күргән. Атаһына арналған шиғырҙары ла етәрлек.
“Атайымдың рухы шат булғандыр. Халыҡтың уны онотмауы, хөрмәт итеүе күңелгә оло ғорурлыҡ өҫтәне”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Фатима Һибәтова.
Читайте нас