Өфөлә йәшәгән 97 йәшлек бабай ай һайын пенсияһын алған һәм уның күпмелер өлөшөн тотонған, ә ҡалғанын банкка һалып барған.
Бер мәл бабай аҡсаһын һаҡлыҡ иҫәбенә күсерергә булған. Банкка барғас, уға: “Аҡсағыҙҙың бер өлөшө “мәҙәктәр банкында ята”, – тигәндәр. Шулай итеп, матди зыян 230 мең һум тәшкил иткән.
Иҫ-аҡылы киткән оло йәштәге ир өйөнә ҡайтҡан да был хәлгә башта үҙе асыҡлыҡ индерергә тырышҡан. Аҙаҡ, бер нисә көн үткәс, полицияға ғариза яҙған.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре иҡтисади енәйәт ҡылған кешеләрҙе асыҡлау менән мәшғүл.