Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2019, 01:54

Күршең тынысмы?

Республика буйынса федераль суд приставтарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...

Фото: Depositphotos
Фото: Depositphotos
2019 йылдың туғыҙ айында приставтар төнгө ваҡытта тынлыҡты боҙған граждандарҙан 1,5 миллион һумға яҡын аҡса йыйып алған.
Был турала республика буйынса федераль суд приставтарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ошо йәһәттән 629 башҡарыу эше үткәрелгән, суд приставтары хеҙмәтенә бөтәһе 1,5 меңдән күберәк суд һөҙөмтәһе килгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: төбәк ҡанунына ярашлы, төнгө сәғәттәрҙә шаулаған өсөн граждандарға икенән өс меңгә, вазифалы кешеләргә – биштән һигеҙ меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 20 меңдән 30 мең һумға ҡәҙәр штраф ҡаралған. Ҡабатлап тәртип боҙған осраҡта, был сумма күбәйә бара. Төнгө ваҡыт ул: 23.00 сәғәттән иртәнге 7-гә тиклем; ял һәм байрам көндәрендә – 23.00 – 9.00.
Иң яҡшыһы – күршеләр менән үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәргә, яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундарҙы боҙмаҫҡа, сиктән сыҡмаҫҡа.
Читайте нас