Өфөлә 15 йәшлек ҡыҙҙы ике йыл буйына 44 йәшлек ир көсләгән. Ул ғаилә дуҫы булған, ә ҡыҙҙы ҡурҡытып тотҡан. Баҡһаң, әсәһенең гражданлыҡ менән бәйле проблемалары булған. Әгәр уға әйтһәң, әсәйеңде илдән, һеңлеләреңде мәктәптән ҡыуҙырам тип янаған ул.
Ике йыл буйы ҡурҡып йәшәгән ҡыҙ барыһын да егете барлыҡҡа килгәс кенә һөйләргә баҙнат иткән. Тәүҙә ул был хәл тураһында һөйгәненә һөйләй, ул ҡыҙҙың әсәһенә әйтә һәм полицияға барырға күндерә.
Ғаилә Үзбәкстандан һәм, асыҡланыуынса, суд ҡарары буйынса улар беҙҙең илде ҡалдырып китергә тейеш икән. “Әсәйемдең документтар менән проблемалары бар. Ул мине һәр саҡ ҡурҡытты: “Берәйһенә әйтһәң, әсәйеңде илдән ҡыуҙырам, һеңлеләрең уҡымаясаҡ”. Мин унан ҡурҡтым, тик әсәйем хаҡына түҙҙем”, – ти ҡыҙ.
Был хәл билдәле булғас, ҡыҙҙың әсәһен сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәгенә ебәргәндәр, ә ҡыҙҙар – социаль приютта. Ә Тәфтиш комитеты был иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.