– Ҡыйын шул, – тип яуаплай Сәлимә әбей. – Тик торғандан 12 мең һум пенсияһы килеп тора ине. Һуңғы айҙа, аҡса әрәм итеп, бер ҡосаҡ дарыу ҙа алғайны – уларын ҡайҙа итергә белмәйем хәҙер, кәрәк тигән кешеһе лә юҡ. Һатһам, аҡсаһы булыр ине исмаһам, тим. Ҡыйын шул, ҡыйын...