Ошо көндәрҙә Учалы районының ике ауылында – Наурыҙ менән Ураҙҙа – кәбән яныу осраҡтары теркәлде.
Сәбәбе – бесән ташығанда янғын хәүефһеҙлеген күҙәтмәү.
Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре бесәнде осҡон һүндереү механизмы һәм янғынға ҡаршы саралары булған техника менән генә ташырға кәңәш итә. Һаҡ булайыҡ!