Йәмғиәт
16 Октября 2019, 08:45

Донъяға ике төрлө ҡараш

Маршрут автобустарында йөрөгәндә ниндәй генә хәлгә тарымайһың.

Фото: vkФото: vk
Фото: vk

Маршрут автобустарында йөрөгәндә ниндәй генә хәлгә тарымайһың.
Күптән түгел үҙем менән булған осраҡтарҙың береһе хатта фәлсәфәүи уйланыуҙарға төшөп китергә дусар итте.

Каруанһарайҙа төшөп ҡалырға була, картамды һуҙам, уныһы ниңәлер терминал менән бәйләнешкә инергә теләмәй. Ҡулаҡса юҡ.

Бындай осраҡтарҙа ҡайһы бер автобус йөрөтөүселәрҙең тупаҫлығына күнеп бөткәнмен, һағайып ҡына ҡаршымдағыһының да реакцияһын күҙәтәм.

- Ҡулаҡса юҡ икән, яттан шиғыр уҡыйһың инде, - ти ул.

- Шунан төшһәм дә буламы? – тип һорайым, аптырап, үҙ ҡолаҡтарыма үҙем ышанмай.

- Әлбиттә.

Ҡапылғара башҡа Пушкиндың көҙ тураһындағы шиғыр юлдары килә:

- Унылая пора, очей очарованье!

Приятна мне твоя прощальная краса!

Шиғырҙы ятлап бөттөм, салондағы ҡай берәүҙәр йылмая, шофер йылмая, мин дә ихлас рәхмәт әйтеп төшөп киткәс тә, оҙаҡ йылмайып барҙым. Ирекһеҙҙән, был шиғыр йәнле ағайҙың ҡайһы бер хеҙәттәштәренең үҙҙәренең дә, пассажирҙарҙың да кәйефен боҙоп тупаҫ ҡыланыуҙары, эштең айышына төшөнөр-төшөнмәҫ йә автобустан ҡыуа башлауҙары, йә ҡулаҡса таптырыуҙары иҫкә төштө.

Донъяға ике төрлө ҡараш. Донъяның ике төрлө яғы – ҡояшлы һәм ҡояшһыҙ. Һәм һәр кем ҡайҙа булырға тик үҙе һайлай. Ҡояшлы яҡта үҙенә лә, тирә-яҡтағыларға ла рәхәтерәк, яҡтыраҡ та бит...
Читайте нас