Йәмғиәт
16 Октября 2019, 14:34

Ҡоймаҡҡа төрөлгән бауыр

Киске аш мәлендә ғаиләгеҙҙе ниндәй ризыҡ менән һыйларға уйлайһығыҙ? Бөгөн беҙ һеҙҙең иғтибарға тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. Был ҡабымлыҡ ҡунаҡ табындарын да һис шикһеҙ биҙәйәсәк.

Zen.yandex.ruZen.yandex.ru
Zen.yandex.ru
Киске аш мәлендә ғаиләгеҙҙе ниндәй ризыҡ менән һыйларға уйлайһығыҙ? Бөгөн беҙ һеҙҙең иғтибарға тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. Был ҡабымлыҡ ҡунаҡ табындарын да һис шикһеҙ биҙәйәсәк.
Ҡоймаҡҡа төрөлгән бауыр өсөн: 500 грамм һөт, ике стакан он, ике йомортҡа, тоҙ, шәкәр, 500 грамм бауыр, бер баш һуған, бер кишер, аҡ май һәм көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
Ҡоймаҡ ҡәҙимгесә әҙерләнә: һөткә ике йомортҡа, тоҙ, шәкәр, он ҡушып туғыйбыҙ. Әҙерәк кенә көнбағыш майы ла ҡушып ебәрергә була. Ҡоймаҡ ҡойған арала бауырҙы ла бешерергә ҡуябыҙ. Айырым табала кишер менән һуғанды ҡыҙҙырып алабыҙ. Бауыр бешеп сыҡҡас ит үткәргес йәки блендер ярҙамында ваҡлайбыҙ. Ҡурылған кишер менән һуғанды ҡушып тағы ла әҙерәк утҡа ҡуйып алабыҙ.
Әҙер ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлайбыҙ. Ҡоймаҡҡа бауырҙы һалып, конверт формаһында төрәбеҙ ҙә көнбағыш майында әҙерәк ҡыҙҙырып алабыҙ.
Читайте нас