Йәмғиәт
16 Октября 2019, 08:09

Сыңғыҙханға беренсе һәйкәл асылды

Был тарихи шәхескә Рәсәйҙәге беренсе һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған тиһегеҙме?

Фото: news 102Фото: news 102
Фото: news 102
Был тарихи шәхескә Рәсәйҙәге беренсе һәйкәл Ҡалмыҡстандың Яшкуль районындағы Привольный ҡасабаһында асылды. ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, уны ике йыл буйы төҙөгәндәр, композицияның нигеҙе итеп тарихи ваҡиға алынған.


– Скульптура ансамбленә Сыңғыҙхандың дүрт метр бейеклегендәге һыны инә, уны дүрт яугир күтәреп тора, артында – дүрт монгол ҡәбиләһен һынландырған әләмдәр. Һәйкәлдең нигеҙендә ошо хәрби юлбашсының йәшәгән йылдары соҡоп яҙылған. Тиҙҙән уның тирә-яғын да төҙөкләндерергә, яҡтылыҡ эшләргә вәғәҙә итәләр.
Читайте нас