Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә видео таралды: бер уҡытыусы ҡатын түгелеп илаған баланың арҡаһына һуға, төрткөләй, аяғы менән этә, уға нимәлер иҫбатларға тырыша.
Был яҙма полиция хеҙмәткәрҙәренә лә барып еткән. Әле интернеттағы шау-шыуға тиклем үк 11 йәшлек икенсе бер уҡыусының ата-әсәһе полицияға ғариза менән килгән булған, улар ошо уҡ уҡытыусының – Екатерина Тураносованың балаларҙы кәмһетеүен белдергән. Был хәл Мәскәүҙең бер коррекцион мәктәбендә булған.
Кисә балаларға ҡаршы көс ҡулланған уҡытыусыны ҡулға алғандар, быға тиклем уны эшенән бушатҡандар. Уҡытыусы нимә тип аҡланғаны билдәһеҙ, ул журналистар менән аралашыуҙан баш тарта. Әлегә уҡытыусыға ҡаршы тағы бер нисә баланың ата-әсәһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙырға ниәтләгән.
Екатерина Тураносоваға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул һөнәри бурыстарын үтәмәүҙә ғәйепләнә. Ғәйебе иҫбатланһа, 15 йыл хеҙмәт стажы булған уҡытыусы өс йылға тиклем тимер рәшәткә артына оҙатылыуы ихтимал.