Йәмғиәт
16 Октября 2019, 16:18

Вертолеттар өсөн яңы майҙансыҡтар ҙа буласаҡ

Бөгөн Республика перинаталь үҙәге биләмәһендә беренсе тапҡыр «Русавиа» авиакомпанияһына ҡараған «Робинсон-4» вертолеты ултырҙы.

Фото: bashinform.ruФото: bashinform.ru
Фото: bashinform.ru
Бөгөн Республика перинаталь үҙәге биләмәһендә беренсе тапҡыр «Русавиа» авиакомпанияһына ҡараған «Робинсон-4» вертолеты ултырҙы. Уның бортында пилоттан тыш Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының санитар авиация бүлеге мөдире Феликс Сакаев һәм Нуриман районынан Өфөгә тиҙ арала транспортировкалауға мохтаж пациент та бар ине.
Белгестәр хәбәр итеүенсә, 1979 йылғы ҡатындың умыртҡа һөйәге зарарланған. Уны артабан Республика клиник дауаханаһында дауалаясаҡтар. Вертолет ярҙамында пациент баш ҡалаға ярты сәғәттә килеп еткән, ә машинала булһа, был араны үтеү өсөн бер сәғәт ярымдан артыҡ ваҡыт талап ителер ине.
Вертолет майҙанын өс ай дауамында Республиканы үҫтереү корпорацияһы булышлығы менән әҙерләгәндәр. Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ойошма республикала – һигеҙ, Өфөлә алты ошондай майҙансыҡты сафҡа индерергә уйлай. Шуныһы: был майҙансыҡтарҙы вертолеттар өсөн генә түгел, коммерция маҡсаттары өсөн дә файҙаланасаҡтар.
Әлеге ваҡытта сирлеләрҙе республика райондарынан АН-2 самолетында (ятҡандар өсөн) һәм «Робинсон-4» вертолетында килтерәләр.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү өсөн финанслауҙы 17 миллион һумдан 50 миллионғаса еткереүе мәғлүм.
Читайте нас