Йәмғиәт
17 Октября 2019, 16:08

21 йылын төрмәлә үткәрәсәк

Өфөнөң Калинин районы суды 33 йәшлек педофилға хөкөм ҡарары сығарҙы.

Фото: Bach.NewsФото: Bach.News
Фото: Bach.News
Өфөнөң Калинин районы суды 33 йәшлек педофилға хөкөм ҡарары сығарҙы. Ир ун йәшлек ҡыҙ баланы мәсхәрәләүҙә ғәйепләнә.
Енәйәт ошо йылдың июль айында асыҡланды. Төбәк прокуратураһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иҫерек ир паркта йөрөгән ҡыҙҙы туҡтатып, уға велосипедта йөрөргә тәҡдим итә. Аҙаҡ уны әүрәтеп, кеше йөрөмәгән ергә алып китеп мәсхәрәләй.
Ҡыҙ бала ваҡиға хаҡында күршеһенә һөйләй. Енәйәт тиҙ асыҡлана, өфөләр фоторобот буйынса ирҙе таный.
Хәҙер 33 йәшлек енәйәтсе ҡартайғансы, 21 йыл, төрмәлә ултырасаҡ.
Читайте нас