Республика етәкселеге малай һәм ҡыҙҙарҙың ялын юғары кимәлдә ойоштороуҙы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе иҫәпләй. Быйыл Башҡортостанда 396 мең бала өсөн ял ойошторолған. Шул иғтибарға лайыҡ, 2019 йылда “Виктория” лагерында (Ҡырмыҫҡалы районы) беренсе тапҡыр мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләренә тәғәйенләнгән профилле смена эшләгән. Шулай уҡ “Юниоры Ворлдскиллс” тип аталған республика профилле сменаһы асылған. “Йәйләү” лагеры ла – уңышлы проекттарҙан һанала, ул йылдан-йыл популярлаша бара. Шулай уҡ быйылғы йәйҙә 150 үҫмер “Победа” Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи лагерына барып ҡайтҡан.